⚡️ Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһына БПЛА һөжүме һөҙөмтәһендә һәләк булға...
⚡️ Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһына БПЛА һөжүме һөҙөмтәһендә һәләк булғандар һаны 13-кә еткән, һәләк булғандар араһында бала бар. Ҡала дауаханаларына 28 кеше килтерелгән, улар араһында — бер бала. Зыян күреүселәр һаны 48-гә тиклем еткән. Бөтә хеҙмәттәр ҙә урында эшләүен дауам итә, хәл контролдә тотола. 🙏 Татарстан Рәйесе Рөстәм Миңлеханов фажиғә айҡанлы матәм иғлан итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Түбәнге Камаға БПЛА һөжүменән һуң ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе. 📌 Мәғлүм булыуынса, бөгөн илебеҙгә дошман дрондар менән һөжүм итте. БПЛА һөжүме һөҙөмтәһендә Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһы юғалтыуҙар кисерҙе. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.