🌿 ЯУГИР ИР-ЕГЕТТӘРГӘ АРНАП
🌿 ЯУГИР ИР-ЕГЕТТӘРГӘ АРНАП Балаҡайым,ниндәй әсе яҙмыш— Һуғыш яланында ҡаның түгелгән. Үҙең теләгәнсә тыуған яғыңда, Яҡындарың янына кәүҙәң күмелгән. Йәшәр өсөн яҡты донъяларға Беҙҙе атай-әсәйҙәр тыуҙыра. Тик белмәй шул кеше һуңғы минуттарын — Нисек, ҡасан, ҡайҙа уҙҙыра?.. Эх, яҙмыштар, шундай үкенесле — Йәш ғүмерҙе, Хоҙай, алаһың! Әсәләрҙе, ғәзиз туғандарҙы Ғазап уттарына һалаһың 💔. Йөрәк әрнеүенә түҙә алмай, Бер Хоҙайым, Һиңә өндәшәм: Юл ҡуймаһаң ине яуызлыҡҡа, Мөлдөрәмә тулы күҙ йәштәре Түгелмәһен ине һис ҡасан😢... Хоҙай, япсы һуғыш ҡапҡаларын, Тын алайыҡ тәрән һулыштан! Тыныс тормош теләйек бер Аллаһтан, Улдарыбыҙ ҡайтһын һуғыштан🤲! Ҡайғы-хәсрәт кәрәк түгел беҙгә, Беҙ бит тыныс халыҡ тыумыштан! ✍️ Зөлфиә Әсфәндийәрова, Ҡырмыҫҡалы районы, Үтәгән ауылы. 15.05.2024