25 сентябргә йондоҙнамә
25 сентябргә йондоҙнамә ♈️ Ҡуҙы Бөгөнгө уңыш серегеҙ — үҙегеҙгә ышаныс. Ғәҙәттә, һеҙ быға мохтаж түгелһегеҙ, әммә бөгөн иң бәләкәй шик тыуа ҡалһа ла, уны шунда уҡ ҡыуып ебәрергә кәрәк. ♉️ Буға Эштә лә, өйҙә лә артыҡ көсөргәнергә ярамай — беренсенән, тиҙ генә хәлдән тайырһығыҙ, икенсенән, тырышлығығыҙҙы тирә-яҡтағылар — башлыса етәкселек — лайыҡлы баһаламаясаҡ. ♊️ Игеҙәктәр Тормошоғоҙға ҡағылышлы кардиналь ҡарарҙар ҡабул итер көн түгел бөгөн — әгәр хәл-ваҡиғалар һәм кешеләр һеҙҙе ашыҡтырһа, тәүҙә һеҙҙең өсөн фекере мөһим булған кешеләр менән кәңәшләшергә кәрәк. ♋️ Ҡыҫала Матди ресурстар менән, айырыуса ҡул аҫтығыҙҙағы аҡса менән ифрат һаҡ булығыҙ: бөтәһен дә тотоноп бөтөргә мөмкин, тик һуңынан бының өсөн үкенерһегеҙ. ♌️ Арыҫлан Һөнәри уңыштар һәм шәхси тормоштағы ваҡиғалар менән ҡәнәғәтһеҙлек — ваҡытлыса хәл, иртәгә үк йондоҙҙар «көнө» ҡырҡа үҙгәрәсәк, һәм һеҙ нисек ошондай уйҙарға килә алғанығыҙға аптыраясаҡһығыҙ. ♍️ Ҡыҙ Романтик хисле мөнәсәбәттәр бәйләгән үткәндәрегеҙҙә ҡалған кеше менән осрашыу булыуы ихтимал: бәлки, яҙмыш һеҙгә уның менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу өсөн тағы бер шанс бирәлер — был мөмкинлектән файҙаланығыҙ. ♎️ Үлсәү Хистәрегеҙҙе һәр саҡ тыйығыҙ, бөгөн — айырыуса, юғиһә яҡын кешеләрегеҙҙең береһен рәнйетеү ҡурҡынысы бар — әгәр бындай хәл була ҡалһа, эҙемтәләренән сығып ғәфү үтенергә кәрәк. ♏️ Саян Бөгөн тирә-яҡтағылар, хатта һеҙгә яҡын кешеләр ҙә әйткән иҫкәрмәләрҙе йөрәгегеҙгә яҡын алмағыҙ — уларҙың һүҙҙәре һеҙҙең ыңғай һәм кире яҡтарығыҙҙы сағылдырмаҫ, был бары тик уларҙың кәйефе генә. ♐️ Уҡсы Насар таныш йәки бөтөнләй таныш булмаған кешеләрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға кәңәш ителмәй: улар һеҙҙе яҡындан белмәгәс, тормошоғоҙҙа килеп тыуған хәлдән дөрөҫ сығыу юлын күрһәтә алмаҫ. ♑️ Ылаҡ Сит проблемаларҙы хәл итеүгә ваҡыт һәм көс сарыф итмәгеҙ — үҙ эштәрегеҙ менән шөғөлләнеү яҡшыраҡ, етмәһә, эштә лә, өйҙә лә улар байтаҡ йыйылған, һәм бөтәһе лә мөһим. ♒️ Һыуғояр Яратҡан кеше менән романтик шарттарҙа осрашыу өсөн көн уңайлы: төп мәсьәлә — һеҙгә осрашыуға уңайлы шарттар тыуҙырырҙар тип көтөп ултырмау, ә уны әҙерләүҙә әүҙем һәм туранан-тура ҡатнашыу. ♓️ Балыҡ Бөгөн тап булырға мөмкин булған ваҡ-төйәк көнкүреш проблемалары һәм уңайһыҙлыҡтар өсөн борсолорға кәрәкмәй — уларҙы тиҙ арала хәл итеп буласаҡ: иртәгә инде бөгөн нимә күңелегеҙҙе ҡырғаны иҫегеҙгә лә төшмәҫ.