2 сентябргә йондоҙнамә — 2 сентября 2026 г. в 04:00:04.253
2 сентябргә йондоҙнамә ♈️ Ҡуҙы Тирә-яҡтағыларҙың үҙгәреүсән кәйефенә иғтибар итмәгеҙ, сөнки был кәйеф иртәгә насарҙан яҡшыға әйләнер, ә сарыф ителгән нервыларҙы бер нисек тә кире ҡайтарып булмаҫ. ♉️ Буға «Һүҙ — көмөш, өндәшмәү — алтын» икәнен онотмағыҙ, тупаҫ итеп әйткәндә, мотлаҡ кәрәк булмаһа, артыҡ һүҙ һөйләү кәрәкмәҫ. ♊️ Игеҙәктәр Башҡа кешеләрҙең тәнҡитенә ҡолаҡ һалмаҫҡа кәңәш ителә, һүҙ нимәгә генә ҡағылмаһын — профессиональ эшкәме йәки шәхси тормошта килеп тыуған хәлгәме, уның изге ниәттән сығып әйтелеүе икеле. ♋️ Ҡыҫала Теләһә ниндәй хәлдә лә тик алға ғына барығыҙ — артҡа сигенеү эш өсөн дә, үҙ баһаң өсөн дә зыянлы. ♌️ Арыҫлан Был көндә һеҙҙең тотороҡһоҙ эмоциональ хәлегеҙ импульсив, фаразлап булмаған һәм, иң мөһиме, уйланылмаған ҡылыҡтар ҡылыуға сәбәп булыр, улар өсөн иртәгә үкенергә тура киләсәк. ♍️ Ҡыҙ Башҡалар хаҡында хәстәрлек күргәндә, үҙегеҙ тураһында ла онотмағыҙ. ♎️ Үлсәү Һуңғы ваҡытта башҡарылған эштәргә ентекле анализ талап ителә — бәлки, һеҙ ниндәйҙер мәлдә мауығып китеп, билдәләнгән курстан тайпылғанһығыҙҙыр, әммә барыһын да төҙәтергә әле һуң түгел. ♏️ Саян Бөгөнгө бар яҡтан да һөҙөмтәле көндө бушҡа үткәрмәгеҙ, уны эштәр һәм ваҡиғалар менән тултырырға кәрәк, юғиһә аҙаҡтан файҙаланмай ҡалған мөмкинлектәр өсөн үкенергә тура килер. ♐️ Уҡсы Көн девизы — «Ни сәсһәң, шуны урырһың». Һеҙҙең йондоҙ билдәһе вәкилдәренә бөгөн эш урынында күберәк атҡарып өлгөрөргә насип булһа, яҡын киләсәктә емештәре лә тос булыр. ♑️ Ылаҡ Тәбиғәт тарафынан был көндә йомарт бүленгән көстәрҙе мөмкин тиклем аҡыллы тотоноғоҙ — әхлаҡи һәм физик көсөргәнеш организмда яҡшы яҡтан сағылмаҫ. ♒️ Һыуғояр Йыһан ебәргән ишараларға иғтибар итегеҙ. Әгәр ниндәйҙер эш барып сыҡмай икән, тимәк, унан баш тартырға, йәки кәмендә бер нисә көнгә кисектереп торорға кәрәк. ♓️ Балыҡ Көн яңы һәм мөһим эштәр башлау өсөн түгел — улар алға ҙур тотҡарлыҡтар менән барыр, ә һөҙөмтәлә күңелһеҙ тамамланыуы мөмкин.