25 авгусҡа йондоҙнамә
25 авгусҡа йондоҙнамә ♈️ Ҡуҙы Аяҡтан йығырлыҡ арыуҙы бөгөн, ғәжәп инде, эш менән дауаларға кәрәк. Яңы мәсьәләне йырып сыға башлаһағыҙ, арып-талып ултырыуығыҙҙы ла һиҙмәй ҡалырһығыҙ — хәлһеҙлек урынына дәрт-дарман килер. ♉️ Буға Эш ҡағыҙҙарын — бигерәк тә аҡса яҙғандарын — бөгөн йүгереп йөрөп тултыра күрмәгеҙ. Был көндө текста берәй ахмаҡ хата ебәреүе бар, иң яҡшыһы - мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйыуҙы ике-өс көнгә һуҙығыҙ, үҙегеҙгә уйларға ваҡыт бирегеҙ. ♊️ Игеҙәктәр Бөгөн бирелгән көстө елгә осормағыҙ, иң мөһим, төп бурысты һайлап алығыҙ ҙа, ваҡ-төйәк һорауҙар артынан сапмайынса, тик шуға ғына текәлегеҙ. Башҡаһы көтөп торор! ♋️ Ҡыҫала Асыуығыҙ ҡабарһа, парҙы сығарығыҙ. Тик быны файҙалы итеп эшләгеҙ. Мәҫәлән, өйҙә генераль приборка ойоштороғоҙ. Шулайтып үҙегеҙҙең нервыны ла, ғаиләгеҙҙе лә ҡотҡарырһығыҙ. ♌️ Арыҫлан Үҙегеҙ сәбәпсе булған теләһә ниндәй ыҙғыштың аҙағы насар тамамланасаҡ. Иң әҙе — яҡын кеше менән талашырһығыҙ, максимум — уны күҙегеҙгә бүтән күренмәҫлек итеп ташлап китерһегеҙ. ♍️ Ҡыҙ Аҡса мәсьәләһен хәл иткәндә һаҡ булығыҙ. Ә былай бөгөн унан баш тартыу хәйерлерәк. Көткән табыш урынына көтөлмәгән зыян алып ҡуйыуығыҙ бар. ♎️ Үлсәү Әгәр физик хеҙмәт менән булышырға уйлаһағыҙ, иң мөһиме — ат шикелле егелеп эшләмәгеҙ. Аҡрын, яй ғына ҡыймылдаһағыҙ, шәп булыр. Юғиһә, ярты юлда күшегеп, дистанциянан төшөп ҡаласаҡһығыҙ. ♏️ Саян Көн буйы эстә үрсегән ризаһыҙлыҡ кискә тирә-йүндәгеләр менән талаш-тартышҡа этәрер. Насар эҙемтәләрҙән ҡотолоу өсөн эмоцияларығыҙҙы скотч менән урап ҡуйғандай тыйығыҙ. ♐️ Уҡсы Тейешенсә контролдә тотолмаған кире тойғолар насар эш эшләтеп ҡуйыуы ихтимал. Унан һуң үкенерһегеҙ, шуға үҙегеҙҙе төрлөсә тынысландырығыҙ. Йырлағыҙ, бейегеҙ, ҡурайҙа уйнағыҙ — әммә ҡотормағыҙ. ♑️ Ылаҡ Кешеләргә төрттөрөп әйткән мәрәкәләрегеҙҙе төптән уйлағыҙ. Һеҙгә ҡыҙыҡ тойолған нәмә кемделер ныҡ кәмһетергә мөмкин. Аҙаҡ уның алдында хәбәр һөйләргә түгел, сәләм биреп үтергә лә оят буласаҡ. ♒️ Һыуғояр Мөһим килешеүгә ҡул ҡуйыр алдынан энәһенән ебенәсә тикшерегеҙ. Бигерәк тә ватыҡ күҙлек менән генә уҡырлыҡ ваҡ шрифтлы ерҙәрен. Һеҙҙе алдарға теләйҙәр тип уйламағыҙ, ләкин опечатка тигән иблис бер ҡасан да отпускыла йөрөмәй. ♓️ Балыҡ Түрәләрҙең күҙенә салынмаҫҡа тырышығыҙ. Бөгөн уларҙың кәйефе, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, бик шәптән түгел.