23 авгусҡа йондоҙнамә
23 авгусҡа йондоҙнамә ♈️ Ҡуҙы Бөгөн бер ниндәй юғалтыуһыҙ, ығы-зығыһыҙ йәшәүҙең иң шәп ысулы — позитив уйлау. Нимә тураһында уйлайһың, шуны үҙеңә тартып килтерәһең инде ул. Шулай булғас, насарын түгел, яҡшыһын ғына уйла. Тик тәмлекәстәр, ял һәм премия хаҡында ғына хыяллан! ♉️ Буға Яҡындарыңды бөтөнләй онотоп ҡуйырға ярамай. Һуңғы ваҡытта уларҙы үҙеңдең мөләйемлегең менән бигүк һыйлап та бармайһың, шикелле. Давай, бөгөн булһа ла уларға ваҡыт тап. Һин өйгә ингәс, телевизор пульты ла үҙенән-үҙе табылыр әле. ♊️ Игеҙәктәр Йондоҙҙар һиңә ашыҡмай ғына ҡабаланырға кәңәш итә. Бер юлы ун эшкә тотонһаң (хатта ашарға бешерһәң дә), береһен дә ослап сыға алмаҫһың. Шуға күрә бер эште һайла ла, ҡабаланмай ғына, сәғәт буйы шул турала уйлап тик ултыр. Эш эшләнмәҫ, әммә ныҡ арырһың — көнөң заяға китмәне, тимәк! ♋️ Ҡыҫала Көтмәгәндә күңелең төшһә, уны дауалауҙың иң шәп ысулы — эш. Ләкин аҡыл талап итмәгән, шығырлатып арҡыры бысҡы менән утын ярған кеүек, бер төрлө эш. Мәҫәлән, ойоҡбаш бәйләү. Бәйлә лә бәйлә... Ойоҡбаштың осо күренмәһә лә, нервың тынысланыр. ♌️ Арыҫлан Бөгөн көндө иҫке дуҫтар менән үткәрегеҙ. Бергә эскән сәйҙәрҙе, бурһыҡ кеүек ҡышҡы йоҡоға талғандай үткәргән бәхетле көндәрҙе иҫкә алыу кәйефте күтәреп кенә ҡалмаҫ, оҙаҡҡа етерлек итеп ыңғайға бороп ебәрер. Иҫегеҙгә төшһә, көлөп хәлегеҙ бөтөр. ♍️ Ҡыҙ Элекке тормошоңда әллә ниндәй ахмаҡлыҡтар эшләп ташлаған булһаң да, бөгөн «тергеҙеү эштәре» алып барыу өсөн шәп көн түгел. Үҙеңде элекке хаталарың өсөн тәнҡитләмә, онотоп, артабан йәшәргә ваҡыт! ♎️ Үлсәү Яҡын киләсәккә план ҡорғанда, көсөңдө самала. Бик ҙур маҡсат ҡуйып, юл уртаһына еткәс, «уф-ф, арыным, мин ҡалам» тип туҡтаһаң, бик ҡыҙғаныс буласаҡ. Башта диванда ятып план ҡор, шунан тороп баҫ — шулай дөрөҫөрәк. ♏️ Саян Мөмкин булһа, көнөңдө тәбиғәттә үткәр. Йәй бөтмәҫ борон үлән өҫтөнән яланаяҡ йөрөп ҡал, урманда гиҙ, йылға ярында ултыр. Шулай итһәң, эс-бауырың тынысланыр. Гармун тартҡандай, күңелең көйләнер. ♐️ Уҡсы Бөгөн тик мөһим маҡсаттарға ынтылырға кәрәк. Башҡаһы — ваҡытты бушҡа сарыф итеү. Ваҡытты бушҡа сарыф итеүҙән баш тартырға кәрәк, тиҙәр. Әйткәндәй, был кәңәште уҡып ултырыу ҙа ваҡытты бушҡа сарыф итеү түгелме икән? ♑ Ылаҡ Бөгөн уй-ниәттәреңә һәм хыялдарыңа бик һаҡсыл булыу мөһим. Сөнки улар секунд эсендә бойомға ашырға мөмкин. Һөҙөмтәлә кәрәкмәгән нәмә теләгәнең асыҡланһа, бик ҡыҙғаныс булыр. ♒️ Һыуғояр Ваҡытың сикле булһа ла, етди ҡарарҙар ҡабул итеүҙе кисектереп тор. Эмоцияларға бирелеп, мәғлүмәтте дөрөҫ баһаламай, аҙаҡ яңылыш һығымта яһап ҡуйыуың ихтимал. Ҡысҡырып: «Мин хәл иттем!» — тип әйтергә өлгөрөрһөң, ашыҡма. ♓️ Балыҡ Башыңа килгән идеялар араһында бөгөн бер тылсымлыһы буласаҡ. Уны ысҡындырмаҫ өсөн бөтәһен дә яҙып барырға кәрәк. Аҙаҡтан шуларҙан иң шәбен һайлап алырһың.