19 авгусҡа йондоҙнамә
19 авгусҡа йондоҙнамә ♈️ Ҡуҙы Отпускыла булһағыҙ, бөгөн әүҙем ял итеү файҙалы булыр, Әгәр эштә икәнһегеҙ, ҡайтҡас ял итергә лә ятмағыҙ, диванда аунау бөгөн сәләмәтлеккә лә, күңел торошона ла файҙа килтермәҫ. ♉️ Буға Башланғыстар яза менән тамамланыуы һәм етәксенең кире реакцияһын тыуҙырыуы ихтимал, шуға күрә тыныс һәм ашыҡмай эшләргә, хеҙмәттәштәр массаһынан айырылырға маташырға кәрәкмәй. ♊️ Игеҙәктәр Көн дауамында бер генә һөнәри йүнәлешкә иғтибарҙы туплау мөһим һәм тик шуның менән генә шөғөлләнеү — бер юлы бер нисә бурысты башҡарып, көсөгөҙҙө таратырға ярамай, һөҙөмтәлә береһен дә үтәмәү ҡурҡынысы бар. ♋️ Ҡыҫала Иртәнән алып һеҙҙе сорнап алған энергияны экономияларға кәрәк, исраф итһәгеҙ, бик тиҙ «хәлдән тайып», планлаштырғандың барыһын да эшләй алмаҫһығыҙ. ♌️ Арыҫлан Ҡапыл килеп сығып, һәр ваҡытта ла күңелле булмаған хәлдәр булыу ихтималлығы арҡаһында, сәйәхәтме ул, командировкамы — теләһә ниндәй сәфәрҙән баш тартыу йә 1-2 көнгә күсереү хәйерлерәк. ♍️ Ҡыҙ Бөгөн етди ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ, улар хаталы булырға мөмкин. ♎️ Үлсәү Яҡын кеше менән аралашыуҙы мөмкин тиклем сикләргә кәрәк, бөгөн юҡ-барҙан килеп сыҡҡан ыҙғыш уның менән мөнәсәбәттәрегеҙҙе оҙаҡҡа боҙор. ♏️ Саян Тирә-яҡтағылар ебәргән ике мәғәнәле һәм хәүефле шаяртыуҙарға бөгөн иғтибар итмәгеҙ, был бары тик провокация. ♐️ Уҡсы Уңышһыҙ эшкә бөгөн мөмкин тиклем аҙ ғына ваҡыт бүлергә, максимумды ғаиләгә һәм өйгә бүлергә кәрәк, йорт хужалығы менән шөғөлләнеү, балалар менән аралашыу өсөн яҡшы көн. ♑️ Ылаҡ Һеҙҙең — экономиялы — билдә вәкилдәрен был көндә туҡтауһыҙ аҡса туҙҙырыу теләге солғап алыуына ҡарамаҫтан, аҡсаға һаҡсыл ҡарарға кәрәк — бюджеттан ныҡ ситкә тайпылыу ҡурҡынысы ҙур. ♒️ Һыуғояр Йондоҙҙар һеҙгә оҙайлы килешеүҙәр төҙөүҙән һәм етди перспективалы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыуҙан баш тартырға кәңәш итә — тегеләре лә, былары ла тәү ҡарашҡа күренгәнсә отошло булмауы ихтимал. ♓️ Балыҡ Яҡындарҙың, айырыуса оло йәштәгеләрҙең, тупаҫ белдереүҙәренә ҡырҡа яуап бирергә ярамай — улар бөгөн яуыз ниәтһеҙ һәм уйһыҙ әйтелә — был бары тик ахмаҡлыҡ.