7 октябргә йондоҙнамә
7 октябргә йондоҙнамә ♈️ Ҡуҙы Яңы — үҙегеҙҙең — эште башлап ебәреү өсөн яҡшы көн: бөтә эшлекле башланғыстар ҙа мотлаҡ уңышлы буласаҡ, иң мөһиме — туҡтап ҡалмаҫҡа һәм ялҡауланмаҫҡа, әүҙемлек һәм дәрт менән эшкә тотонорға. ♉️ Буға Бөгөн физик көсөргәнештән баш тартығыҙ — ул шәхси тормош һәм емешле эш өсөн кәрәкле көстө генә алып ҡалмай, ә йәрәхәттәргә лә килтереүе мөмкин, һаҡ булығыҙ. ♊️ Игеҙәктәр Үҙегеҙҙең тирә-яҡтағыларҙың күҙендә нисек күренеүегеҙ хаҡында борсолмағыҙ: һеҙ үҙегеҙҙе нисек итеп күрәһегеҙ - башҡалар ҙа шулай күрә. Үҙегеҙҙе хөрмәт итегеҙ, яратығыҙ, тирә-яҡтағылар ҙа һеҙгә шундай уҡ мөнәсәбәттә булыр. ♋️ Ҡыҫала Бөгөн аҙыҡтан һеҙҙең ағыуланыу ихтималлығы ҙур, ризыҡтарҙың сифатын һәм яраҡлылыҡ ваҡытын иғтибар менән күҙәтегеҙ — боҙолғандары шунда уҡ сүп биҙрәһенә оҙатылырға тейеш. ♌️ Арыҫлан Эш аҙнаһы башланыуға ҡарамаҫтан, мөмкин булһа ял алып, өйҙә ҡалығыҙ — һуңғы ваҡытта күп эшләнегеҙ. Ә өйҙә һеҙҙе бик һирәк күреүсе яҡындарығыҙ бергә үткәргән ваҡыт өсөн рәхмәтле булыр. ♍️ Ҡыҙ Буш ваҡытты, ямғыр яуа торһа ла, тәбиғәттә үткәрелгән сараларға сарыф итегеҙ. Һуңғы тапҡыр саф һауала ҡасан булыуығыҙҙы иҫегеҙгә төшөрөгөҙ ҙә, ҡыйыу рәүештә бәшмәк йыйырға урманға йәки паркта йөрөргә юл тотоғоҙ. ♎️ Үлсәү Бөгөн һеҙҙең башығыҙға килгән профессиональ гениаль идеялар шул тиклем күп булыр, уларҙы теркәргә өлгөрөгөҙ, юғиһә кәм тигәндә яртыһы онотолор. ♏️ Саян Дуҫтар һәм яҡын кешеләр менән һөйләшеү өсөн уңай көн: әлегә тиклем тыйылған тип һыналған темаларға туҡталырға мөмкин — хәҙер хатта иң ҡатмарлы һәм күңелһеҙ мәсьәләләрҙе лә аңлатып бирергә мөмкинлек булыр. ♐️ Уҡсы Кәйефегеҙҙең бөгөнгө үҙгәрештәре көнөгөҙҙө боҙоуына юл ҡуймағыҙ, тыныслыҡ һаҡлағыҙ, юғиһә эштә лә, һеҙгә яҡын кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙә лә кире сағылыш алыуы бар. ♑️ Ылаҡ Төрлө башланғыстар өсөн уңайлы көн — айырыуса күптәнге хыялығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн: әгәр һеҙҙең шундай маҡсатығыҙ бар икән, уны ғәмәлгә ашырыуҙа һуҙылырға ярамай, юғиһә мөһим мөмкинлек ҡулдан ысҡыныр. ♒️ Һыуғояр Оҙаҡ ҡына эш урынын алмаштырыу хаҡында уйлап йөрөгәндәргә был юлда тәүге аҙым яһау һәйбәт булыр — мәҫәлән, тейешле сайттарҙағы тәҡдимдәрҙе ентекләп өйрәнергә йәки резюмены ебәрергә. ♓️ Балыҡ Теләһә ниндәй финанс операциялары өсөн уңайлы көн — коммуналь иҫәптәрҙе түләүҙән алып мөһим, перспективаға иҫәпләнгән килешеүҙәргә ҡул ҡуйыуға һәм ошондай уҡ килешеүҙәр төҙөүгә тиклем.