28 ИЮЛЬ - Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙының тыуған ҡөнө! — 5 августа 2026 г. в 14:39:17.820
28 ИЮЛЬ - Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙының тыуған ҡөнө! Билдәле шағирә, тәржемәсе, журналист, 2020 йылдың июненән «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, Рәсәйҙең Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Шәйехзада Бабаич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһы лауреаты. Дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе үҫтереүгә һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн Лариса Абдуллина 2015 йылда Өфө ҡала хакимиәте башлығының йыллыҡ премияһына лайыҡ булды. 2016 йылдың сентябрендә әҙипкә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Ижады Лариса Абдуллина шиғриәте нескә лиризм һәм тәрән философия менән һуғарылған. Уның шиғырҙары эскерһеҙлек, саф күңеллелек һәм ихласлыҡ менән айырыла, уларға сағыу образлылыҡ һәм тел байлығы хас. 2020 йылда Лариса Абдуллинаның шиғри шәлкеме рус телендә нәшер ителгән «Литературная Кабардино-Балкария»» әҙәби-художестволы һәм ижтимағи-сәйәси журналының тәүге һанында донъя күрҙе, уға «Башкавдивизия», «Төштәр», «Соль-Илецк», «Яратам» һәм башҡа әҫәрҙәр ингән. Уларҙы руссаға шағир-тәржемәселәр Мамед Хәлилов, Светлана Чураева, Сергей Янаки тәржемә иткән Китаптары Һине күргән яҙым: Шиғырҙар. Өфө: Китап, 1997. Наҙлы мәлем ҡабатланыр һымаҡ: Шиғырҙар. Дәүләкән, 2003. Еләк тәме: Шиғырҙар. Өфө: Китап, 2006. Уйлыларҙы уйландырып: Публицистика. Өфө, 2006. Тридцать три: Стихи. Уфа, 2009. (рус.) Пятый элемент: Стихи. Уфа, 2011. (рус.) Йөрәк аҡылы: Публицистика. Өфө: Китап, 2011. Балҡантау рухы: Повесть, хикәйәләр. Өфө: Китап, 2015.

