Ислам дине
КаналПубликации канала
Лента канала«Фатиха» сүрәһен дөрөҫ уҡыуҙы ла ҡабатлап алығыҙ. Яйлап бөтә бәләкәй сүрәләрҙе ҡуйып бөтөрмөн ин шәә Аллаһ 🤲.
2597. Һаулыҡ һорашыуҙың кәмеүе Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: «Хисап Көнө етеүҙең билдәләре: билдәле бер кешеләр менән генә иҫәнләшеү (кешеләр таныштары менән генә иҫәнләшәсәк, йә булмаһа, бер төркөм кешеләр янынан үткәндә, уларҙың ҡайһы берҙәренә генә сәләм бирәсәк); сауҙаның киң ҡолас йәйеүе – ирҙәренә булышып, уның менән хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа шөғөлләнәсәк, шулай уҡ туғанлыҡ ептәренең өҙөлөүе, ялған шаһитлыҡ, хәҡиҡәтте йәшереү, яҙыусыларҙың күбәйеүе (донъяуи фәндәр таралыуы сәбәпле, кешеләр дини йәһәттән наҙан һәм донъяуи фәндәрҙә ғалим буласаҡ)» (Әхмәт, 1/407, 419); «Бары тик таныштарҙы ғына сәләмләү Хисап көнө яҡынлашыуының бер билдәһе булып тора» (Әхмәт, 1/405).
2286. Фани донъя милке артыуы Аллаһ Илсеһе саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: ✔️«.. .Аллаһ менән ант итеп әйтәм, мин һеҙҙең фәҡир булыуығыҙҙан ҡурҡмайым, донъяның бөтә бәрәкәттәре һеҙгә ҡәҙәр йәшәгәндәр ҡулына инеп, улар үҙ-ара ярыша башлаған һәм һәләк булған кеүек, һеҙ ҙә үҙ-ара ярыша башларһығыҙ һәм һәләк булырһығыҙ, тип ҡурҡам!» (Бохари, 4015); ✔️«Хаҡтыр, минән һуң һеҙгә бүләк итеп биреләсәк фани донъя ялтырауыҡтарынан һәм матурлыҡтарынан ҡурҡам!» (Бохари, Зәкәт, 47; Йыһат, 37; Мөслим, Зәкәт, 121-123); ✔️«Һис шикһеҙ, был донъя татлы һәм матур күренә һәм, һис шикһеҙ, Аллаһ Тәғәлә, ғәмәлдәрегеҙгә ҡарау өсөн, һеҙҙе унда Үҙенең хәлифе итәсәк. Фани донъянан һаҡ булығыҙ һәм (дыуамал) ҡатын-ҡыҙҙан һаҡ булығыҙ!» (Мөслим, Зикр, 99). Ҡиәмәт алдынан матди байлыҡтарҙы даими күбәйтеү һәм туплау …
Читать целиком2455. Ваҡыт ағышы тиҙләнеше Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: «Ваҡыт тиҙләнмәй тороп, Хисап көнө етмәҫ. Йыл ай һымаҡ ҡына булыр, ай - аҙна һымаҡ ҡына, аҙна - көн һымаҡ, көн - сәғәт һымаҡ, ә сәғәт гөлтләп янып бөткән ҡоро пальма ботаҡтары мәле һымаҡ булыр» (Әхмәт 2/537, Тирмиҙи 2332, Ибн Хиббан 6842).
2974. Лайыҡһыҙҙар юғары баһаланыр, һәм улар телдәр булыр Аллаһ Илсеһе саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдән Ҡиәмәт сәғәте ҡасан етеүе хаҡында һорағас, ул былай тип яуап биргән: Аманат итеп бирелгән эш (дин, хакимиәт) булдыҡһыҙҙарға тапшырылһа, ул саҡта Ҡиәмәт сәғәтенең башланыуын көтөргә кәрәк» (Бохари, Ғилем 2, Рика 35).
3213. Фетнә һәм үлтерештәр таралыу Бер заман Аллаһ илсеһе саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм әйтә: - Уҡыусылар күбәйгән һайын , әммә белеүселәр һаны әҙәйгән ваҡыттар етер. Һәм шул рәүешле ғилем кәмейәсәк, ә «хардж» (тәртипһеҙлек) артасаҡ. Сәхәбәләр һораған: - О Рәсүлуллаһ, ә «хардж» нимә ул? Ул әйткән: - Һеҙҙең бер-берегеҙҙе үлтереүегеҙ. Ә бынан һуң шундай заман етәсәк: кешеләр Ҡөрьән уҡыр, әммә уҡығаны ғәмәленә әйләнмәҫ». Шундай заман етер: монафиҡ, кәфер һәм мөшрик, иманлыларға оҡшатып, Аллаһ тураһында хәбәр һөйләр һәм бәхәс алып барыр (Хаким, 4/457, 504/8412, шулай уҡ Бохари, Ғилем, 24).
322
Подписчики
2 036
Публикации
678
Обновление
4 октября 2026 г.
Первая публикация
12 февраля 2026 г.
Активность канала
За 7 дней
51
публикаций
За 30 дней
148
публикаций
Просмотров за 90 дней
460 285
Ср. просмотров на пост
1 083