«Әссәләмүғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ, ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем!
«Әссәләмүғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ, ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем! Социаль селтәрҙәрҙә яҙышҡанда йыш ҡына беҙ ошондай смайлик 🙏 ҡулланабыҙ. Доға ҡылғанда йәки берәй нәмә һорап яҙғанда ошондай смайлик 🙏 ҡулланырға яраймы? Ул нимәне аңлата?» ✔️🙏 билдәһенең мәғәнәһе төрлө ерҙә төрлөсә. Японияла ул рәхмәт әйтеүҙе йәки берәй нәмә үтенеүҙе аңлата. Көнбайыш мәҙәниәтендә иһә ул башҡа диндәрҙең ғибәҙәт ҡылыу һәм доға уҡыу рәүешен аңлата. ✔️Беҙ, мосолмандар, доға ҡылып, ҡул күтәргәндә устарыбыҙҙы өҫкә ҡаратып асабыҙ, был тамғалағы кеүек бер-береһенә йәбештермәйбеҙ. Шуға күрә дини яҙмаларҙа, доғаларҙа йәки «әмин» тип яҙғанда был тамғаны ҡулланыуҙан тыйылырға кәңәш ителә. Башҡа диндекеләргә оҡшамаҫ өсөн, устары асыҡ ошо смайликты 🤲 ҡулланырға кәрәк, ул беҙҙең доға ҡылыу рәүешен асығыраҡ күрһәтә.
Канал в каталоге Максиметера
2 904 подписчиков