Донъяүи уйҙарығыҙҙы ситкә ҡалдырығыҙ
Донъяүи уйҙарығыҙҙы ситкә ҡалдырығыҙ Бер ваҡыт аҡыл яғынан бер төрлөрәк кеше мәсеткә инеп, имам һәм башҡалар артынан ҡабатлап намаҙ уҡый башлаған. Тора биргәс, тышҡа сығып, утын йыйып, уны арҡаһына бәйләп, кире ингән дә ғибәҙәт ҡылыуын дауам иткән. Намаҙҙан һуң имам һәм ундағы йәмәғәт аптырап: «Нишләп утын менән инеп, намаҙ уҡының? – тип һораған. – Нисек инде, мин дә һеҙҙең артығыҙҙан ҡабатланым. Намаҙ ваҡытында имамға ҡарағайным, уның арҡаһына һыйыр бәйләнгән ине. Мөәзиндекендә – һарыҡ. Башҡаларҙың арҡаһында ла нимәлер күрҙем. Шуға мин дә арҡаға әйбер бәйләп уҡырға кәрәк, тип уйланым, – тип яуаплаған. Был һүҙҙәрҙән имам һәм намаҙға килгән кешеләр ғәмәлдәре һәм уйҙары хаҡында уйлап, тынып ҡалған. Унан: – Эйе, ысынлап та, намаҙ ваҡытында һыйырҙы ҡасан һәм ҡайһы ваҡытта ҡорбанға килтерергә икән, тип уйлағайным. Был мине бик борсой ине. Күрәһең, һәр беребеҙ ғибәҙәт ҡылғанда шулай нимәлер тураһында уйлаған. Ә һиңә Аллаһы Тәғәлә күҙеңде асып, собханналлах быны күрә алыу көсө биргән, – тип, һығымта яһап ҡуйған имам. Намаҙ ваҡытында, башҡа ғибәҙәт ваҡытында Аллаһы Тәғәләнең рәхимлегенә һәм ярлыҡауына ғына иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ, донъяүи уйҙарығыҙҙы ситкә ҡалдырып тороғоҙ.