Тәкәббер булмағыҙ, маһайып, кешегә өҫтән ҡарамағыҙ!
Тәкәббер булмағыҙ, маһайып, кешегә өҫтән ҡарамағыҙ! Пәйғәмбәребеҙ с. ғ. с.: «Күңелендә бер сүп кенә ҡәҙәр тәкәбберлеге булған кеше йәннәткә кермәҫ» – тине. ✔️Быны ишеткән бер кеше: «Ә кеше үҙенең өҫтөндәге кейемдең һәм аяҡ кейеменең матур булыуын яратһа?..» – тип һорағас, пәйғәмбәр: «Аллаһ Тәғәлә матур һәм матурлыҡты ярата. Ә тәкәбберлек – ул дөрөҫлөктө ҡабул итмәү һәм кешеләргә өҫтән ҡарау». (Мөслим риүәйәт итте). ✔️Шулай уҡ: «Ҡиәмәт көнөндә тәкәббер кешеләр ҡырмыҫҡа ҙурлығында, ләкин кеше сүрәтендә тергеҙеләсәктәр. Уларҙы йәһәннәмдәге “Бүләс” тигән төрмәгә ҡыуып алып китерҙәр, уларҙы ян-яҡтан ут солғап алыр, һәм уларға ут әһелдәрнең тире һәм бәүеле эсерелер» – тине. (Әт- Тирмиҙи риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Ни тиклем ҡурҡыныс яза был, Аллаһы Тәғәлә беҙҙе ярлыҡаһын, күңелдәребеҙҙәге тәкәбберлекте сығарып ташлаһын🤲!