Баланы шайтандан нисек һаҡларға?
Баланы шайтандан нисек һаҡларға? ✅Әгәр балағыҙ төндә илап уянһа, һеҙҙе бөтөнләй тыңламаһа, тик торғандан көйһөҙләнә башлаһа, тимәк, унда ен булыуы мөмкин. Күптәребеҙ был проблеманы хәл итер өсөн, табиптарға, психологтарға мөрәжәғәт итергә ашыға. Әммә был хәлдәр ендәр менән бәйле, сөнки улар балаларҙы ҡурҡыта. Ә уның үҙ сәбәбе бар. Беҙ бигерәк тә йәйгеһен ҡояш байыған булыуға ҡарамаҫтан, балаларҙы урамға сығарып ебәрәбеҙ. Тап ошо ваҡытта үҙебеҙ ҙә бер ниндәй доға ҡылмайынса урамға сығып китәбеҙ. ✅Мөхәммәт с.ғ.с әйткән: «Ҡараңғы төшкәс (ҡояш байығас), балаларығыҙҙы урамға сығармағыҙ. Был ваҡытта урамда шайтандар йөрөй. Күпмелер ваҡыттан һуң ғына сығарырға була» (Имам Бохари, Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан). ✅Ә икенсе бер хәҙисендә: «Ҡояш байығас, киске ҡараңғылыҡ үткәнгә ҡәҙәр (йәғни аҡшам менән йәстү намаҙҙары араһында), хайуандарығыҙҙы ла, балаларығыҙҙы ла урамға сығармағыҙ. Дөрөҫлөктә, шайтандар ҡояш байығандан алып киске ҡараңғылыҡ үткәнсе урамда йөрөй», – тигән (Имам Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан). ✅Балалар бигерәк тә, доғалар һәм тәһәрәт-ғөсөл менән үҙен һаҡламаған осраҡта, шайтандарҙың тәьҫиренә бирешеүсән була. Был хәҙистәр, күп ғалимдарҙың фекеренсә,балаларҙы был ваҡыт арауығында ғөмүмән урамға сығарырға ярамай тигәнде аңлатмай. Ә бары тик бик кәрәк булмағанда сыҡмау хәйерле булыуын ғына асыҡлай. Әгәр инде урамға сыға ҡалһалар, балаларыбыҙҙы уларҙан һаҡлай торған «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен өйрәтергә кәрәк.