Ауыҙға ҡаҡырыҡ килеү тәһәрәтте боҙамы?
Ауыҙға ҡаҡырыҡ килеү тәһәрәтте боҙамы? Туғыҙ төрлө эш тәһәрәтте боҙа. Намаҙ уҡырға өйрәнеүселәр быларҙы мотлаҡ белергә тейеш. 1. Артҡы яҡтан һауа сығыу; 2. Алғы һәм артҡы юлдан оло йәки кесе хәжәт йәки башҡа нәмә килеү. 3. Йәрәхәттән ҡан, эрен йәки һары һыу ағыу; 4. Танау йәки теш ҡанау; 5. Ауырыу сәбәпле күҙҙән лайлалы йәш ағыу; 6. Ауыҙ тултырып аҙыҡ йәки әҙ генә ҡан ҡоҫоу; 7. Ятып йәки һөйәлеп йоҡлап китеү; 8. Тилереп йәки иҫереп аңды юғалтыу; 9. Ҡысҡырып көлөү. Йәрәхәтләнгән ерҙән ҡан, эрен йәки һары һыу әҙ генә сыҡһа һәм ситкә аҡмаһа, тәһәрәт боҙолмай. Тирләү, күҙҙән лайлаһыҙ йәш ағыу, ауыҙға ҡаҡырыҡ килеү тәһәрәтте боҙмай. Ә тәһәрәт алғанда ниндәй эштәр шелтәләнә? 1. Һыуҙы күп исраф итеү; 2. Уң ҡул менән таныуҙы һемгереү; 3. Ағзаларҙы өстөн артыҡ йәки кәм йыуыу; 4. Башҡа ике мәртәбә мәсех ҡылыу; 5. Йөҙгә һыуҙы ҡаты итеп һибеү; 6. Һыуҙы кешеләрҙән һалдыртыу; 7. Тәһәрәт алғанда донъяүи һүҙҙәр һөйләү; 8. Тәһәрәт алғанда һыуға төкөрөү йәки һемгереү.