Көн дә изге теләктәр теләйек
Көн дә изге теләктәр теләйек 🍀 Әғүҙү билләһи минәш-шәйтанир-ражим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Әлхәмдүлилләәһи раббил-ғәәләмиин. Вәс-саләәтү вәс-сәләәмү ғәләә рәсүүлинә Мүхәммәдин вә ғәләә әәлиһи вә әсхәәбиһи әжмәғиин. 🤲 Йә, Раббым! Ауырығандарға — шифа, мохтаждарға — хәләл һәм бәрәкәтле ризыҡ бир. Аҙашҡандарға — тура юл күрһәт, бурысҡа батҡандарға — ярҙам ит, бәләгә тарығандарға — ҡотолоу юлын ас! 🤲 Йә, Раббым! Балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә һәм киләсәк быуындарға тәүфиҡ, һиҙәйәт насип ит! Ғилемле, тәрбиәле, иманлы булып үҫһендәр. Беҙҙән дә изгерәк, яҡшыраҡ быуын булыуҙарын насип әйлә! 🤲 Йә, Раббым! Ғаилә ҡормағандарға — хәйерле, хәләл тормош иптәштәре, бала һөйөү бәхетенә ирешмәгәндәргә — изге, сәләмәт балалар насип ит! 🍀 Аллааһүммә раббәнәә әңзилнәә мүңзәләм мүбәәракә вә әңтә хайруль-мүңзилиинә. 🤲 Эй, рәхимле, шәфҡәтле Раббым! Ерҙәр ҙә, күктәр ҙә Һинең әмереңә буйһона. Бөтә шатлыҡтар ҙа, ҡайғы-хәсрәттәр ҙә Һинең ихтыярыңда. Һин теләгән бәндәләреңә, теләгән урындарға бәрәкәтеңде иңдерәһең. Теләһәң, ул бәрәкәтте кире лә ала алаһың. 🤲 Эй, Раббым! Йәшәгән йорттарыбыҙға бәрәкәтеңде, рәхмәтеңде, нурыңды һәм һаҡлаусы фәрештәләреңде иңдер! Унда йәшәүселәрҙең тәндәренә — сәләмәтлек, йәндәренә — тыныслыҡ, күңелдәренә — һиҙәйәт нуры бир! Ғаиләләребеҙҙә татыулыҡ, мөхәббәт, берҙәмлек һәм үҙ-ара хөрмәт булһын! 🍀 Эй, һаҡлаусы Аллаһым! Йорттарыбыҙҙы, ғаиләләребеҙҙе күҙгә күренгән һәм күренмәгән бөтә яуызлыҡтарҙан, бәлә-ҡазаларҙан, хәүеф-хәтәрҙәрҙән һаҡла! Үҙ нигеҙҙәребеҙҙә шатланып, ҡыуанып, мул һәм хәләл ризыҡ менән туҡланып, оҙон, бәхетле һәм бәрәкәтле ғүмер кисереүҙәребеҙҙе насип ит! 🍀 Раббәнәә әәтинә фид-дүнйәә хәсәнәтән вә фил-әәхирати хәсәнәтән вә ҡыйнәә ғәҙәәбән-нәәр. Мәғәнәһе: «Эй, Раббыбыҙ! Беҙгә был донъяла ла яҡшылыҡ, әхирәттә лә яҡшылыҡ бир һәм беҙҙе ут ғазабынан һаҡла!» 🤲 ӘМИН! ЙӘ РАББИЛ-ҒӘӘЛӘМИИН! 🌷 Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем! Аллаһ Тәғәлә ҡылған доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен, теләгән изге теләктәребеҙҙе тормошҡа ашырһын! Һәр йортта — именлек, һәр ғаиләлә — татыулыҡ, һәр йөрәктә иман һәм күңел тыныслығы булһын! Әмин, йә Раббым🤲🤲🤲!