Ҡорбан салыу буйынса һүҙебеҙҙе дауам итәбеҙ.
Ҡорбан салыу буйынса һүҙебеҙҙе дауам итәбеҙ. Ҡорбанға ярамаған малдар ҺОРАУ: Ниндәй хайуандарҙы бөтөнләй ҡорбанға салырға ярамай? ЯУАП: Кәмселеге шаҡтай күп, сиктән артҡан булһа, ундай малды ҡорбанға салыу дөрөҫ түгел. Улар иҫәбенән: – күҙҙәренең береһе йәки икеһе лә бөтөнләй күрмәһә, – йөрөй алмаҫлыҡ дәрәжәлә аҡһаҡ булһа, – ҡолаҡтарының яртыһы һәм артығы киҫелгән булһа, – ҡойроғоноң яртыһы һәм артығы киҫелгән булһа, – еленендә имсәктәре булмаһа, – бик ныҡ ябыҡ булһа, – тыумыштан ҡойроғо булмаһа, – тыумыштан ҡолаҡтары булмаһа, – нәжестәрҙе (бысраҡ, әшәке нәмәләрҙе) күп ашай торған булһа, – көтөүгә йөрөтә алмаҫлыҡ дәрәжәлә ҡоторонған булһа. Иттән ҡалғанын ни эшләтергә? ҺОРАУ: Ҡорбан хайуанының һөйәктәрен һәм ашарға ярамаған башҡа ағзаларын ҡайҙа ҡуйырға? ЯУАП: Был хаҡта аят һәм хәҙистәрҙә ишаралар юҡ, шуға ла ни эшләтһәң дә дөрөҫ. Мәҫәлән, эткә йә бесәйгә бирергә лә мөмкин. Ергә күмеү йә махсус сүплеккә ташлау ҙа дөрөҫ, гонаһлы булмайһың. ҺОРАУ: Ҡорбан хайуанының тиреһен һатырға яраймы? ЯУАП: Һатырға ярамай, саҙаҡа итеп бирергә кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ صلى الله عليه وسلم шулай тигән: «Кем ҡорбанға салынған малының тиреһен һата, уның ҡорбаны ҡабул булмаҫ» (хәсән хәҙис, «Сахихү-ттәрғиб», 1088).