«Һорау-яуап»
«Һорау-яуап» «ӘҮүӘБИН намаҙы ҡасан, ниндәй ваҡытта уҡыла?» Каналды уҡыусыбыҙ һорай . Әүүәбин намаҙы — аҡшам намаҙын уҡып бөтөргәндән һуң уҡыла торған бик сауаплы нәфел намаҙы. Ул 2, 4, 6 рәҡәғәт итеп уҡыла. «Әүүәб» һүҙе ниндәйҙер гонаһ ҡылғандан һуң, шунда уҡ истиғфар ҡылып, Аллаһтан ярлыҡау һораған кешене белдерә. Шул рәүешле әүүәбин намаҙын «күп тәүбә ҡылыусының намаҙы» тип аңлатырға була. Әбү Һөрәйрә тапшырған хәҙистәрҙең береһендә пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһис-сәләм ошолай тип әйтеүе еткерелә: «Аҡшам намаҙынан һуң 3 рәҡәғәт фарыз һәм 2 рәҡәғәт сөннәттән һуң, рәҡәғәттәр араһында бер кем менән һөйләшмәйенсә, тағын 6 рәҡәғәт әүүәбин намаҙын уҡыған кеше 12 йыл бер туҡтауһыҙ ғибәҙәт иткән кешегә тиң булыр» (Тирмизи, «Саләт», 431). Икенсе бер хәҙистә: «Аҡшам намаҙынан һуң 6 рәҡәғәт нәфел намаҙ уҡыусының гонаһтары кисерелер, хатта улар диңгеҙҙәге күбек ҡәҙәр күп булһа ла», – тиелә (Хәйсәми, Мәжмәүз-зәүәид, II/230) Ғәҙәти нәфел намаҙы кеүек уҡыла, «әүүәбин намаҙын уҡымаҡҡа» тип ниәт ҡылырға кәрәк. Был намаҙҙы уҡыу бик сауаплы, уны мөмкинселек булғанда уҡырға тырышырға кәрәк.