Перейти к содержимому
Максиметер

Мосолмандарға тыуған көндө билдәләргә яраймы?

Мосолмандарға тыуған көндө билдәләргә яраймы? Мосолмандарға тыуған көндө билдәләргә ярамай, уларҙың ике генә байрамы - Ураҙа һәм Ҡорбан байрамы бар, тип уйлай күптәребеҙ. Әммә дини байрам менән ғаилә эсендә үткәрелгән матур йоланы айырып ҡарарға кәрәк. Тыуған көн - дини байрам түгел. Ул - көндәлек тормоштағы матур йола, туғандар һәм дуҫтар менән осрашып, хәл белешеп, бер-береңә изге теләктәр әйтеү өсөн бер сәбәп. Белеүебеҙсә, ислам әҙәбендә дуҫлыҡты, туғанлыҡты нығытыуға ҙур иғтибар бүленә. «Тыуған көн менән ҡотлау хәрәмме?» тигән һорауға umma.ru сайтында ҡотларға ярай тип аңлатыла. "Пәйғәмбәребеҙ бит ﷺ һәр дүшәмбе һайын, « Мин ошо көндә тыуғанмын һәм ошо көндә миңә Ҡөрьән төшөрөлә башланы», тип, ошо көндө ололап, ураҙа тотҡан (Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан). Тимәк, ул ﷺ үҙенең тыуған көнөнә иғтибар бүлгән." Тыуған көндә кешене ҡыуандырыу, уға йылы һүҙ әйтеү, һаулыҡ һәм именлек теләү -яҡшы эш. Иң мөһиме - был осрашыуҙы нисек үткәреү. Һүҙ иҫерткес эсемлектәр эсеп ултырыу йәки дискотека ойоштороу тураһында бармай. Тыуған көндө эскеһеҙ, туғандар менән бергә үткәреү — матур йола. Бер табын артында йыйылып, йылы итеп аралашыу, хәл белешеү һәм изге теләктәр әйтеү туғандар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығыта.

1 200 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

2 827 подписчиков

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.