Ҡөрьән хәтем сығыр алдынан
Ҡөрьән хәтем сығыр алдынан Һорау. Әссәләмү ғәләйкүм вә рахмәтуллаһи вә бәрәкәтуһ!Мөмкинселегеҙ булһа, зинһар өсөн, яҙығыҙ әле Ҡөрьән-хатм үтер өсөн ниәттәрен,намаҙын. Бик Ҙуууур Рәхмәт алдан уҡ. Яуап. Ҡөрьән хәтем ҡылыр алдынан тәүҙә ике рәҡәғәт нәфел намаҙ уҡыйһығыҙ. Намаҙ ниәтләүе: «Раббым, үҙеңдең ризалығың өсөн Ҡөръән хәтем сығыу ниәте менән 2 рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡырға ниәт иттем». Намаҙҙы тамамлағас, ошо доға уҡыла: «Аллаһым, үҙеңдең ризалығың өсөн төркөм менән (йә үҙебеҙ) ниәтләгән Ҡөрьән хәтемде ҡылырға ниәт ҡылдым. Йә, Раббым, ауырымайынса, дөрөҫ итеп, еңеллек менән еренә еткереп башҡарыуымды насип итһәң ине. Ҡөрьән хәтем ҡылғанда хаталар ебәрһәм, үҙең ғәфү итһәң ине. Үҙеңдең рәхмәтеңә ирешергә насип ит». Унан салауат әйтәбеҙ: «Әғүүҙү билләәһи минәш-шайтаанир-раджиим Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим Әлхәмдү лилләәһи раббил ғәәләмиин. Үәс-сәләәтү үәс-сәләмү ғәләә рәсүллиинәә Мөхәммәдин үә ғәләә әлиһи үә әсхәәбиһии әджмәғиин». Унан үҙегеҙгә бирелгән сүрәләрҙе уҡый башлайһығыҙ. ✅Икенсе көнөнә дауам итер алдынан Әғүүҙү билләәһи минәш-шайтаанир-раджиим, бисмиллә әйтеп, тағы салауат уҡырға кәрәк.