Перейти к содержимому
Максиметер

Ҡөрьәнде тулыһынса (хәтем ҡылғас) уҡып сыҡҡас, нисек бағышлау доғаһын уҡырға?

Ҡөрьәнде тулыһынса (хәтем ҡылғас) уҡып сыҡҡас, нисек бағышлау доғаһын уҡырға? Ҡөръәнде тулыһынса уҡып бөткәс,  бағышлау доғаһын  уҡыр  алдынан    бер тапҡыр «Фатиха» , бер тапҡыр «Ихлас», бер тапҡыр «Фәләҡ» , бер тапҡыр  «Нәс», бер тапҡыр «Шөкөрана»,  бер тапҡыр  «Фатиха» , «Бәҡара»ның  5 аяты уҡыла. Унан Ҡөрьән хәтемде бағышлау доғаһы уҡыла: «Йә Раббым, Аллаһ! Ҡөрьәнде беҙгә донъяла иптәш, ҡәберҙә дуҫ, ҡиәмәт  көнөндә шәфәғәтсе, йәннәттә юлдаш, бөтә яҡшылыҡтарға әйҙәүсе һәм юл башлаусы ит! Һәм ошо уҡылған Ҡөрьән аяттарын үҙ фазылың үә рәхмәтең менән ҡабул итеп, уҡыуымда булған кәмселек үә хаталарҙы ғәфү ит! Ошо Ҡөрьән уҡыуҙа булған әжер-сауаптарҙы ғәләмгә рәхмәт итеп күндерелгән хаҡ рәсүлең Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһиссәләмдең рух шәрифтәренә ирештереп, рухын шатландыр  һәм беҙ ғәзиз өммәттәреңә мәхшәр майҙанында, хисаб көнөндә бәйғәмбәребеҙҙең шәфәғәттәрен насип ит. Шулай уҡ әжер-сауаптарын бәйғәмбәребеҙҙең әһле-бәйтенә (ғаиләһенә), сәхәбә-кирамдарына, бөтә булған әнбийә һәм мурсәлиндәргә, беҙҙән доға өмөт итеп ятҡан мәрхүм-мәрхүмә мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең рухтарына ирештереп, рухтарын шатландыр. Мәрхүм-мәрхүмә атай-әсәйҙәребеҙҙең, олатай-өләсәйҙәребеҙҙең, яҡын туғандарыбыҙҙың рухтарына ирештереп, рухтарын шатландыр. Бәндәселек менән ҡылған гонаһтарын, кәмселек-хаталарын ғәфү итеп, ҡылған изге ғәмәлдәрен, ғибәҙәттәрен ҡабул итеп, әжер-сауаптарын арттыр! Имандарын юлдаш итеп, үҙ рәхмәтеңә алып, ахырғы урындарын йәннәттән бир!  Йә Раббым, ошо килгән һәм киләсәк йылдарҙы хәйерле йылдарҙан ҡылып, беҙҙе хәүеф-хәтәрҙәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан имен ҡылһаң ине. Үҙеңдең киң рәхмәтең менән, мул ниғмәттәреңде күреп һөйөнөргә насип ҡылһаң ине. Әжәлдәребеҙ етеп, аманат йәндәребеҙҙе Үҙеңдең хозурыңа тапшырғанда еңел ауырыу, анһат үлем биреп, ахырғы һүҙебеҙҙе «Ләә иләәһә илләллааһ. Мөхәммәдүр расүлүллаһ» тип иман менән донъянан үтеүҙәребеҙҙе насип итеп, ахырғы урындарыбыҙҙы йәннәттә ҡыл. Раббәнәә әтинәә фиддүнйә хәсәнәтән үә фил  әәхирәти хәсәнәтән үә ҡинә ғәҙәәбән  нәәр. Бирахмәтикә йәә әрхәмәр раахимин».

869 просмотров

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.