🎃 Ҡабаҡтан нимәләр әҙерләйһегеҙ, дуҫтар?
🎃 Ҡабаҡтан нимәләр әҙерләйһегеҙ, дуҫтар? Ҡабаҡ цукаты былай ғына ашарға ла тәмле, сәй менән дә бик ☕😋 һәйбәт. 📌 Кәрәк була: 🎃 1 кг ҡабаҡ 🍚 500 г шәкәр ҡомо 🍋 1/3 сәй ҡалағы лимон кислотаһы 🍊 1 әфлисундың һуты һәм ҡабығы ❄️ Өҫтөнә һибеү өсөн — шәкәр пудраһы 👩🍳 Әҙерләү тәртибе: Ҡабаҡты шаҡмаҡлап турарға. Шәкәр ҡомо һибеп, яҡшылап болғатырға һәм төн буйы тоторға. 🌙 🍊 1 әфлисундың һутын һәм ҡабығын һалырға, лимон кислотаһы өҫтәргә. Теләк буйынса корица ла һалырға мөмкин. Ул ҡабаҡтың тәмен үҙгәртә. 🔥 5 минут ҡайнатырға. Ҡалаҡ менән болғатырға кәрәкмәй — төбөнә ултырмаһын өсөн, һауытты ваҡыт-ваҡыт ҡына ипләп һелкетеп тороу етә. Ҡапҡасын ябып, һыуытырға. Был эште өс тапҡыр ҡабатларға. 🔄 💧 Йомшарған ҡабаҡтарҙың һутын һарҡытырға. Пешкән ҡабаҡтарҙы пергамент (❗силиконлы пергамент алырға) түшәлгән табаға тигеҙләп һалырға һәм 120 °C тиклем йылытылған духовкала киптерергә. Электр киптергесендә лә киптерергә була. ✨ Әҙер цукаттарҙың өҫтөнә шәкәр пудраһы һибеп, ҡоро банкаға йәки ҡапҡасы ныҡ ябылған контейнерға һалып ҡуйырға ғына ҡала. 🎃 Тәмле, хуш еҫле ҡабаҡ цукаттары әҙер😋☕!