ГӨЛЙЕМЕШ (Әлморон, русса шиповник) ЯРҘАМЫНДА БАУЫРҘЫ ТАҘАРТЫУҘЫҢ ҺЫНАЛҒАН ЫСУЛЫ!
ГӨЛЙЕМЕШ (Әлморон, русса шиповник) ЯРҘАМЫНДА БАУЫРҘЫ ТАҘАРТЫУҘЫҢ ҺЫНАЛҒАН ЫСУЛЫ! 🍃 Гөлйемеш — витаминдарға бай, тәбиғәттең ҡиммәтле бүләге! ӘҘЕРЛӘҮ ЫСУЛЫ: 🍒 Ике ус самаһы киптерелгән гөлйемеш емешен алығыҙ. 💧 Өҫтөнә 0,5 литр эҫе һыу ҡойоғоҙ. Быны термоста эшләү яҡшыраҡ. ⏳ 12 сәғәт төнәтергә ҡалдырығыҙ. 🥛 Әҙер төнәтмәне стаканға ҡойоп, яҡшылап болғатығыҙ. НИСЕК ҠАБУЛ ИТЕРГӘ? 🌿 Иртәнсәк ас ҡарынға бер стакан төнәтмәне бер тында эсеп бөтөргә. ⏰ 20 минуттан һуң тағы бер стакан гөлйемеш төнәтмәһе эсергә. Мөһим: ✔️Был процедураны үткәргәндән һуң бер сәғәт үткәс кенә иртәнге ашты ашарға мөмкин. ✔️Был төнәтмәне ике көн аша 6 тапҡыр ҡабатлағыҙ.