Перейти к содержимому
Максиметер

🍎 Ә һеҙ алма ашарға яратаһығыҙмы, дуҫтар? Ниндәйҙәре оҡшай?

🍎 Ә һеҙ алма ашарға яратаһығыҙмы, дуҫтар? Ниндәйҙәре оҡшай? Баҡһаң, төҫөнә ҡарап🍏🍎, алма төрлө үҙенсәлеккә эйә икән. 🍏 Йәшел алмалар — иң диетик һәм аллергия тыуҙырыу ихтималы түбән булған алмаларҙың береһе. 🍎 Ҡыҙыл алмалар йәшелдәренә ҡарағанда калориялыраҡ. Әммә уларҙа тимер күберәк. Ҡыҙыл алмаларҙы йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары ваҡытында һәм уларҙы иҫкәртеү өсөн, шулай уҡ бөйөр һәм бауыр эшмәкәрлеген яҡшыртыу маҡсатында ҡулланырға кәңәш итәләр. 🍋 Һары алмалар составында пектин күп. Ул организмдағы холестерин кимәлен көйләргә ярҙам итә. 🍎🍏🍋 Шулай итеп, һәр төҫтәге алманың үҙ файҙаһы бар! Иң мөһиме — алма ашарға онотмағыҙ!

1 886 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

2 717 подписчиков

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.