🫑 БОРОСТО ТУҢДЫРЫРҒАМЫ, ӘЛЛӘ МАРИНАДЛАРҒАМЫ: ЯҘҒА ҠӘҘӘР ТӘМЕН НИМӘ ҺАҠЛАЙ?
🫑 БОРОСТО ТУҢДЫРЫРҒАМЫ, ӘЛЛӘ МАРИНАДЛАРҒАМЫ: ЯҘҒА ҠӘҘӘР ТӘМЕН НИМӘ ҺАҠЛАЙ? Болғар боросо миҙгеле ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Ҡышҡылыҡҡа әҙерлек яһаусылар алдында: боросто туңдырырғамы, әллә маринадларғамы? — тигән һорау тыуа. Ике ысулдың да үҙ өҫтөнлөгө бар, әммә һөҙөмтәһе төрлөсә килеп сыға. Ҡышын үкенмәҫ өсөн, банкалағы һәм туңдырғыстағы әҙерләмәләрҙең үҙен нисек тотасағын алдан белеү мөһим. 🫙 Маринадланған борос — әҙер ҡабымлыҡ йәки салаттарға ҡушыу өсөн ингредиент. Ул сама менән әсе, һеркә тәме һиҙелеп тора һәм киске ашҡа банканы асып ҡына бирергә уңайлы. 🧊 Туңдырылған борос — ярымфабрикат. Ирегәндән һуң ул үҙенең тығыҙлығын юғалта, шуға күрә рагу, аш, соус әҙерләү өсөн яҡшы. Ә эслек тултырыу өсөн боросто бөтөн килеш, эсенә бер нәмә лә һалмайынса туңдырырға мөмкин. Һаҡлау ваҡыты ✔️Стерилләнгән банкаларҙағы маринадланған борос бүлмә температураһында бер йылға тиклем һаҡлана. ✔️Туңдырылған борос -18 градуста 8–10 айға тиклем ята һәм стерилләү талап итмәй. Файҙаһы Туңдырғанда витаминдар маринадлау ваҡытындағы йылылыҡ менән эшкәртеүгә ҡарағанда яҡшыраҡ һаҡлана. Һеркә һәм ҡыҙҙырыу ҡайһы бер файҙалы матдәләрҙе кәметә, әммә тәмгә был ҙур йоғонто яһамай. Уңайлылығы. ✔️Маринадланған борос әҙер килеш ҡулланыла. ✔️Туңдырылғанын иһә иретеү кәрәк, әммә уны алдан әҙерләмәйенсә үк төрлө ризыҡтарға ҡушып ебәрергә мөмкин. 👍