🍃🌿 Көлдөң дә шифаһы бар
🍃🌿 Көлдөң дә шифаһы бар 🌿Емеш-еләк биргән ағастарҙы киҫергә тура килһә, уларҙы әрәм итмәгеҙ. Яндырып алынған көлдө һаҡлап ҡуйығыҙ, сөнки уның шифалы көсө бар. ✨ Көлдө еңелсә генә йылытып алығыҙ ҙа, һыҙлаған быуындарға һөртөгөҙ. Унан һуң өҫтөн сепрәк менән бәйләп ҡуйырға кәрәк. Ике сәғәт үткәс, бәйләүесте сисеп, көл эҙҙәрен генә һөртөп алырға. Йыуырға ярамай. 🌿 Был ысулды бер нисә көн рәттән ҡабатлаһағыҙ. Быуындарҙағы һыҙлау баҫылыр, ауыртыуҙар кәмер, ти халыҡ тәжрибәһе. 💚 Тәбиғәт биргән ябай сараларҙың да файҙаһы ҙур. Уның һәр бүләге - кешегә шифа сығанағы.
Канал в каталоге Максиметера
2 758 подписчиков · Хобби и творчество