Һарымһаҡ уҡтарын маринадларға була
Һарымһаҡ уҡтарын маринадларға була Әлфиә апай үҙенең рецебы менән бүлеште: ✅Бының өсөн 1200 г уҡтарҙы йыуып, баштарын өҙөргә һәм 4-5 см оҙонлоғонда турарға. Шунан уларҙың өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, һауыттың өҫтөн ябып, бер тәүлек тоторға. ✅750 мл һыуға 1,5 ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ 70 процентлы һеркә эссенцияһы, 2 лавр япрағы, 7-8 бөртөклө ҡара борос һалып ҡайнатырға. ✅Уҡтарҙың һыуын түгеп, стерилләнгән банкаларға һалып, ҡайнар маринадты ҡойоп, ҡапҡастарын нығытып ябырға һәм һалҡынса урында һаҡларға. ✅Итле аштарға ҡушып ашарға бына тигән ҡабымлыҡ.