Күгәргән урынды нисек бөтөрөргә?
Күгәргән урынды нисек бөтөрөргә? 🔹 Күгәргән ергә алоэ япрағы ҡуйығыҙ ҙа, өҫтөнә пластырь йәбештерегеҙ. Күгәргән урын ныҡ булмаһа, ярҙам итә. 🔹 Әгәр күгәргән урын күптән бар икән, уға яңы өҙөлгән кәбеҫтә япраҡтарын ҡуйығыҙ. Бының өсөн япраҡтарҙы еңелсә генә төйгөсләп алырға кәрәк. 🌿 🔹 Крахмалды һыу менән бутҡа һымаҡ масса барлыҡҡа килгәнсе болғатығыҙ һәм күгәргән урынға һөртөгөҙ. Оҙаҡ көтөргә тура килмәҫ — хатта икенсе көнгә үк гематоманан эҙ ҙә ҡалмаҫҡа мөмкин! ✨ 🔹 Банан ҡабығының эске яғын йәрәхәтләнгән урынға ярты сәғәткә ҡуйып тороғоҙ. 🍌