🌿Алмағас бейек булырға тейешме?
🌿Алмағас бейек булырға тейешме? Ҡайһы бер баҡсасылар емеш ағасының оҙонлоғона иғтибар итмәй, буйға үҫтерә генә бирә. Ә бит оҙон булып буйға үҫкән алмағасты ҡарауы ҡыйын. ✅Ҡоротҡостар менән көрәшкәндә, емешен йыйғанда, тәрбиәләгәндә көтөлмәгән мәшәҡәттәр тыуҙыра. ✅Икенсенән, ағас ни ҡәҙәре оҙон булып үҫһә, емеш биреүсе ботаҡтар тамыр системаһынан шул тиклем алыҫлаша. Минераль һәм органик матдәләр алмашыныуы ҡыйынлаша. ✅Ошоно иҫәпкә алып, тәжрибәле баҡсасылар емеш ағастарының буйға үҫеүенә юл ҡуймай. Ултыртҡандан һуң беренсе йылдарҙа үҫеүгә юл ҡуйыла. Емеш ағастары 4 м бейеклеккә еткәс, һәр яҡ ситкә киткән ботаҡ өҫтөнән ағас осо киҫеп алына. Оло ағастарҙың осон ҡырҡып ташларға ла һуң түгел.