🍅Помидорға һыу күп кәрәкмәй
🍅Помидорға һыу күп кәрәкмәй ✅Ашлауҙың артығы булмай тигән һүҙ помидорҙар өсөн түгел! Әгәр ҙә тупраҡта азот күп булһа, помидорҙың япраҡтары ҡотороп үҫәсәк, ләкин уңыш менән ҡыуандырмаясаҡ. Азот ул – тиреҫ, серетмә, компост, тауыҡ тиҙәге әсеткеһе. Ултыртҡан ваҡытта уҡ помидор төбөнә серетмә һалып ҡалдырған булһағыҙ етә, был төр ашлама менән артыҡ мауыҡмағыҙ. Тупраҡ ярлы булһа, үҫемлектәрҙе ултыртып, бер-ике аҙна уҙғас, беренсе тапҡыр ашларға мөмкин. Бының өсөн әсеткән тиреҫ йә тауыҡ тиҙәге шыйыҡсаһы алына. 1 силәк тиреҫкә 1 силәк һыу һалып, кәмендә 7 көн әсетеп әҙерләнә ул. Әҙер булғас, 10 литр һыуға 1 литр ошо ашлама һалына. Һәр төпкә уны 2 литр күләмендә һибергә кәрәк. Тауыҡ тиҙәге әсеткеһе лә 1-гә 1 нисбәтендә яһала, тик 10 литр һыуға 0,5 литр әсетке һалына. 1 төпкә 2 литр күләмендә һибелә. Былар булмаһа, 10 литр һыуға 1 аш ҡашығы аммиак селитраһы эретеп һибәргә мөмкин. Азот етмәүен помидор үҙе әйтә: япраҡтарының төҫө шыйыҡлана, һарғая, яңы сыҡҡандары ваҡлана. ✅Помидорға күп һыу кәрәкмәй! Ултыртҡанда һәр төпкә 2 литр күләмендә һыу һибелә, унан ҡоро тупраҡ менән күмелә. Әлеге дым 7–10 көнгә етә. Көндәр бик ҡыҙыу торһа, билгеле, һыуҙы йышыраҡ һипмәйенсә булмай. Дымды һаҡлау өсөн помидорҙар төбөнә ваҡ бесән йәки һалам түшәп ҡуйыу һәйбәт. Шулай иткәндә тупраҡ та бик тығыҙланмай, сүп үләндәре лә артыҡ ҡотормай. Сәскә ата башлагас, һыу аҙнаға ике тапҡыр һибәбеҙ. Һыуҙы өҫтән үк бөркмәйенсә, үҫемлектең төбөнә генә ҡоябыҙ. Ә инде емештәр өлгөргәндә һыуҙы, киреһенсә, кәметәбеҙ.