Баҡсағыҙҙа һырғанаҡ (облепиха) үҫтерәһегеҙме?
Баҡсағыҙҙа һырғанаҡ (облепиха) үҫтерәһегеҙме? ✅С витаминына бик бай ул. Лимонға ҡарағанда, унда С витамины 3-4 тапҡырға күберәк. ✅Һырғанаҡтың ҡыуаҡтары 2-3 метрға тиклем үҫә. Ул ҡояшлы, бигүк дымлы булмаған урынды ярата. Ҡышҡы һыуыҡтарға бик сыҙамлы. Был матур ҡыуаҡ емештәре менән хайран ҡалдыра. ✅Һырғанаҡ халыҡ медицинаһында ла ҡулланыла. Емештәре, япраҡтары һәм майы грипп, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла. ✅Косметологияла емешенән май яһала.
4 087 просмотров