⚡️Ҡыярҙың япраҡтары ниңә һарғая?
⚡️Ҡыярҙың япраҡтары ниңә һарғая? Ҡыярҙың япраҡтары һарғайһа, нимә эшләргә? ✅Ҡыярҙың япраҡтары төрлө сирҙәрҙән, күп һыу ҡойоуҙан, азот етешмәүҙән һарғая. Көндәр кинәт кенә һыуытып ебәреүенә лә, һиҙгер был йәшелсә. ✅Ҡыярҙағы бәшмәк ауырыуҙарынан “Квадрис”, “Топаз”, “Тиовит Джет” препараттарын һиптерәләр.Һуған, һарымһаҡ төнәтмәһе лә файҙалы. Ҡыяр япраҡтарына 1 процентлы марганцовка иҙмәһе бөркөп сығырға ла була. ✅Йәшелсәнең 3–4 япрағы күренә башлау менән бер биҙрә һыуға 30 тамсы йод, 20г кер һабыны һәм 1 литр һөт һалып эшкәртергә кәрәк. 10 көн үткәс, был процедураны тағы ҡабатлағыҙ. Төрлө сирҙәрҙән сода эретмәһе (10 литр һыуға бер аш ҡалағы) лә яҡшы ярҙам итә.