🌺Яран гөлөгөҙ шаулап сәскә атһын, тиһәгеҙ...
🌺Яран гөлөгөҙ шаулап сәскә атһын, тиһәгеҙ... Ошо ябай ғына рецепт ярҙам итәсәк. 🌿 Бының өсөн ошолар кәрәк буласаҡ: ✅1 литр тондоролған һыу; ✅1 мл водород перекисы; ✅0,6 мл йод. Барыһын бергә ҡушып, яҡшы итеп болғатығыҙ. 🌿 Яран гөлгә һибер алдынан тупрағы яҡшы итеп кибеүенә инанығыҙ. Шунан һуң ғына сәскәгә һибегеҙ. 🌺 Тиҙҙән яран гөлөгөҙ йәшәреп, япраҡтары ҡуйырып, шау-сәскәгә күмелгәнен күрерһегеҙ! ❗Ә һеҙ яран гөлгә нимәләр һипкәнегеҙ бар? Һеҙҙән дә кәңәштәр көтәбеҙ.