🌿 Сөгөлдөр кеүәҫе эшләгәнегеҙ бармы?
🌿 Сөгөлдөр кеүәҫе эшләгәнегеҙ бармы? Бик файҙалы тип маҡтайҙар, яһап ҡарағыҙ. ✅«Өс литрлы банкаға ике уртаса ҙурлыҡтағы, әрселгән сей ҡыҙыл сөгөлдөрҙө шаҡмаҡлап турап, банкаға һалырға. Өҫтөнә бүлмә температураһындағы ҡайнатылған һыу ҡойорға. ✅Унан бер сәй ҡалағы балды ярты стакан һыуҙа болғатып, шуны ла өҫтәргә. Банканың ҡапҡасын әҙ генә асыҡ ҡалдырып, капрон ҡапҡас менән ябып, биш көн һалҡынса урында тоторға ҡуйырға. ✅Һуңынан өҫтөндәге күбеген йыйып алып, эсемлекте марля аша һөҙөргә. Эсеү тәртибе: ☕ ашар алдынан йә ашап бөткәс, 🕓 көнөнә дүрт тапҡыр, 🥛 ярты стакандан. ✨ Сөгөлдөр кеүәҫен шулай эсһәң, ҡан баҫымы яйлана, быуындар һыҙлауынан ярҙам итә.