🌿 Баҡсанан һуң ҡулыңды нисек таҙартырға? — 26 мая 2026 г. в 12:53:47.810
🌿 Баҡсанан һуң ҡулыңды нисек таҙартырға? ☀️ Баҡсала күптәр бирсәткә кейеп эшләргә яратмай. Шул арҡала тырнаҡҡа бысраҡ тулып йонсота. Эшләп бөткәндән һуң ҡулды нисек таҙартырға һуң? ✨ Ябай ғына кәңәш: 🫙 100 грамм 3 процентлы водород перекисе алығыҙ, ➕ уға 10–20 г нашатыр спирты өҫтәгеҙ, 🫧 һуңынан һауыт-һаба йыуған шыйыҡса йәки әҙерәк кенә кер йыуыу порошогы ҡушығыҙ. 🥄 Барыһын да яҡшы итеп болғатығыҙ ҙа ҡулдарығыҙҙы ошо ҡатнашмаға тығығыҙ. Тырнаҡтарығыҙ араһындағы ҡара бөтәсәк. Унан ҡулығыҙҙы һабын менән йыуып, туҡландырыусы крем һөртөп ҡуйығыҙ. ❤️Рецепт оҡшаһа, смайлик ҡалдырырға ла онотмағыҙ, дуҫтар👌.