🌿Белеп ҡуйығыҙ, дуҫтар!
🌿Белеп ҡуйығыҙ, дуҫтар! 1. Һыу 💧 — организмдан ағыулы матдәләрҙе сығара, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан тамырҙарына һәм быуындарға файҙалы тәьҫир итә. 2. Гранат һуты 🥤 — йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген нормаға һала, ҡан баҫымы юғары һәм анемия булғанда бик файҙалы. 3. Бөтнөк (Мята) сәйе 🌿 — ашҡаҙан һуты бүленеүен көсәйтә, тынысландыра, юғары ҡан баҫымын төшөрә, йоҡоһоҙлоҡтан арынырға ярҙам итә. 4. Кефир 🥛 — аш һеңдереү эшмәкәрлеген яҡшырта. 5. Алма һуты 🍎 — бауыр, бөйөр һәм һейҙек ҡыуығы эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. 6. Мүк еләге (клюква) морсы 🍒 — иммунитетты нығыта, температураны төшөрөүсе бик яҡшы сара. 7. Аҡ сәскә (ромашка) сәйе 🌼 - бактерияларға ҡаршы тәьҫиргә эйә, нервыларҙы тынысландыра. ❗Иртәнге сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, дуҫтар🌺!