🧺 Кер йыуыу машинаһын лимон кислотаһы менән таҙартырға буламы? — 25 мая 2026 г. в 16:05:52.434
🧺 Кер йыуыу машинаһын лимон кислотаһы менән таҙартырға буламы? Күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорау 🤔. ✅ Эйе, була! Дөрөҫ ҡулланғанда ул машиналағы ҡаты ултырманы яҡшы таҙарта һәм техникаға зыян килтермәй. 📌 Дөрөҫ миҡдар: 🔹 3,5–5 кг — 60–80 г 🔹 6–7 кг — 100–120 г 🔹 8 кг һәм күберәк — 150 г 📝 Нисек таҙартырға? 1️⃣ Лимон кислотаһын порошок бүлегенә һалығыҙ 2️⃣ “Хлопок” йә “Синтетика” режимын һайлағыҙ 3️⃣Температураны 90–95°C ҡуйығыҙ 🔥 4️⃣ Һыҡтырыуҙы һүндерегеҙ ✨ Программа бөткәс: 💦 Тағы бер ҡат сайҡатыу режимын ҡабыҙығыҙ Аҙаҡтан: 🧽 Ишеген асығыҙ 🩶 Барабан менән резинаны ҡоро сепрәк менән һөртөп алығыҙ. ⚠️ Мөһим: Артыҡ күп лимон кислотаһы һалыу резина өлөштәрен киптерергә мөмкин. 🌿 Машинкағыҙ таҙа, еҫһеҙ һәм оҙаҡ хеҙмәт итер 😌✨.