⚡️Ниндәй үҫемлектәрҙең япраҡтарын һәм сәскәһен ферментацияларға мөмкин?
⚡️Ниндәй үҫемлектәрҙең япраҡтарын һәм сәскәһен ферментацияларға мөмкин? 🌿 Боланут (иван-чай) — уны май айында сәскә атҡансы уҡ йыйырға мөмкин. Шулай уҡ июнь-июль айҙарында ла - сәскә ата башлаған һәм сәскәләнеүҙең иң ҡыҙған мәлендә йыйыла. Бик хуш еҫле, сәйе тәмле була. 🍃 Ҡарағат, ҡурай еләге, ҡара бөрлөгән, сейә, груша, ҡара миләш, ер еләге япраҡтарын да ферментациялап, сәй яһарға була. 🌱 Алмағас, слива, айва һәм груша япраҡтары ла ферментация өсөн бик яҡшы тура килә. 🌸 Рауза, календула, көнбағыш, бәрхәт сәскә таждары ферментациянан һуң үҙенсәлекле тәм һәм хуш еҫ ала. ❗Ә һеҙ, дуҫтар, ферментациялап сәй эшләгәнегеҙ бармы? Кем нисек эшләй, яҙа алаһығыҙ.