🌿Алмаһы аҙ, ә уңышы юғары
🌿Алмаһы аҙ, ә уңышы юғары ✅Уңыш юғары булғаны йылда яҙ алмағас сәскә күмелә. Уның тирәһендә бал ҡорттары мыжғып тора. Алмағас сәскә ҡоя. Унан алмаға йомарланған бик күп емешсәләр ергә ҡойола башлай. Тәбиғи күренешкә аптырарға ярамай. Алмағас артыҡ емешсәләрҙе үҙе ҡоя. Шулай ҙа ул үҙе ҡойоп бөтөрә алмай. Алма емешсәһе кәрәккәндән артыҡ ҡала. Алмағас артыҡ емешлекте һыу, туҡлыҡлы матдәләр менән тәьмин итә алмай. Шул арҡала алма ваҡ, төҫһөҙ, тәме лә башҡаса була. ✅Тәжрибәле баҡсасылар, береһенән икенсеһенә 15-20 см ҡалдырып, емешлекте өҙөп ташлай (бер ойошма сәскәлә (сәскәлектә) 4-5 емешсә алмаға йомарлана), бер ойошма сәскәлә бер алма ҡалдырыла. Һөҙөмтәлә алма эре булып үҫә һәм төҫө, тәме менән айырылып тора, уңышы ла юғары була.