10 балға лайыҡ булған, иҫ киткес тәме һәм мул уңышы менән ҡыуандырған ҡыяр сорттары
10 балға лайыҡ булған, иҫ киткес тәме һәм мул уңышы менән ҡыуандырған ҡыяр сорттары «Дебют-корнишон» Был ҡыяр үҙенең иҫ киткес тәме менән айырылып тора. Ул яңы өҙөлгән килеш тә, нимәгәлер ҡушһаң да, бик тәмле. Шулай уҡ был сорт тоҙлау өсөн дә айырыуса яҡшы сифаттарға эйә. «Забава» Корнишон тибындағы был гибрид бик юғары уңыш биреүе менән билдәле. Ҡыярҙары энәле, үтә һутлы һәм татлы. Көслө иммунитетҡа эйә, стресс шарттарына сыҙамлы, тәме һәм хуш еҫе бик шәп. «Прагматик» Иртә өлгөрөүсе ҡыяр сорты. Ул мул уңышы һәм юғары тәм сифаты менән айырылып тора. Ҡыярҙары һутлы, хуш еҫле. Емеше ҡуйы йәшел төҫтә, ҡабығы тығыҙ, ә эсе кетерҙәк, һутлы һәм ғәжәп татлы. «Клодин» Ҡуйы йәшел төҫтәге, аҡ энәле корнишон тибындағы ҡыярҙар. Улар бик һутлы һәм татлы. Был сорт мул уңыш бирә һәм күп төрлө ауырыуҙарға ғәҙәттән тыш сыҙамлы.