⚡️Йәшелсә түтәлдәренә бысҡы онтағы һалаһығыҙмы?
⚡️Йәшелсә түтәлдәренә бысҡы онтағы һалаһығыҙмы? 1️⃣Бысҡы онтағы һалһаң, дым оҙағыраҡ һаҡлана, һыуҙы ла аҙыраҡ һибәһең.. 2️⃣️Сүп үләндәре лә яйыраҡ үҫә, утау эше әҙерәк була. 3️⃣️Сәскән, ултыртҡан үҫентене йәйге эҫенән һаҡлай. 4️⃣️Тупрағы йомшаҡ була. 👇️Бысҡы онтағын дөрөҫ ҡулланыу мөһим. ❗Яңы бысҡы онтағын 2–3 ай тотҡас, һалалар йәки тупраҡтан азотты тартып алмаһын өсөн мочевина эретмәһе ҡушып һибәләр. 10 литрға 1 аш ҡалағы алына. ❗Түтәлдәргә бысҡы онтағын 5 – 7 см ҡалынлыҡта, ағастар тирәләй 10-15 см ҡалынлыҡта һалалар. Уны яҙын тупраҡ йылығас йәки уңыш йыйып алғас, көҙөн һалалар.