⚡️Пиондарҙағы ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?
⚡️Пиондарҙағы ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға? Ҡырмыҫҡалар пиондарҙы ныҡ ярата ла инде. Йыл һайын бер үк хәл ҡабатлана: сәскә эсенә инеп тулалар. Йылдар буйы баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгәс, күп ысулдарҙы һынап ҡараным. Бына ошолары иң яҡшыһы булды. 🌿 Быйыл пиондар һәм раузаларға «Табазол» һибеп ҡараным, ҡырмыҫҡалар әҙерәк кәмене. Ямғырҙан һуң тағы ла һибергә кәрәк. 🌱 Ҡырмыҫҡалар ошоларҙы яратмай: ❗ мочевина ❗һарымһаҡ һәм һуған еҫе, ❗ нашатырь спирт. Хәҙер пиондар янына һарымһаҡ менән декоратив һуған ултыртам, был, ысынлап та, ярҙам итә! ✨ Тағы бер нисә халыҡ ысулдары: ✔️ 10 литр һыуға 50 мл нашатырь спирты ҡушып, бөркәм. ✔️ Бер сәй ҡалағы бор кислотаһы + бер сәй ҡалағы шәкәр + аҙ ғына һыу. Ҡаймаҡ ҡуйылығында булһын. Ҡырмыҫҡа оялары янына ҡапҡастарҙа һалырға. ✔️ Көслө итмәй генә тоҙ эретмәһен сәскә атҡансы һибегеҙ. ✔Ә ҡайһы берәүҙәр «Великий воин» гелен маҡтай. ❗ Ә һеҙ пиондарҙы ҡырмыҫҡаларҙан нисек һаҡлайһығыҙ? Үҙегеҙҙең генә һынап ҡараған ысулдарығыҙ бармы?