Ҡайһы йәшелсәләр һыуҙы нығыраҡ ярата?
Ҡайһы йәшелсәләр һыуҙы нығыраҡ ярата? 🍃 1. Иң күп һыуҙы кәбеҫтә, ҡыяр, баклажан, йәшел культуралар, кәбеҫтә ғаиләһенән булған тамыраҙыҡтар талап итә. 🍃 2. Ҡыяр, сельдерей, салат һәм башҡа япраҡлы культуралар өсөн дә юғары дымлылыҡ ҙур әһәмиәткә эйә (85–90%). 🍃 3. Борсаҡ кеүек үҫемлектәр өсөн иң ҡулай дымлылыҡ — 70–80%. Помидорҙар тупраҡтың дымлы булыуын ярата, ә һауа дымлылығы уртаса — 60% булыуы хәйерле. 🍃 4. Етерлек дым булмаһа, кәбеҫтә күсәнләнмәй, редис ағас кеүек ҡата һәм сәскә ата, помидорҙа сәскәләр ҡойола, уңышы әсе була. 🍃 5. Иртә өлгөрөүсе сорттар, һуң өлгөрөүселәргә ҡарағанда, һыуҙы нығыраҡ ярата.