🌿Иҫке орлоҡтарҙы нисек тикшерергә?
🌿Иҫке орлоҡтарҙы нисек тикшерергә? ✅Яҙ һайын бер үк хәл: сәсәһең дә, ике аҙна көтәһең, ә үҫентеләр юҡ йәки яртыһы ғына шытып сыға. Ваҡыт юҡҡа сыға, түтәлдә урын буш тора. ✅Шуға орлоҡтарҙы алдан тикшерегеҙ. Ул күп ваҡытты алмай, биш минутлыҡ эш. ❗Нимә кәрәк: - Дымлы туҡыма йәки ҡағыҙ таҫтамал, мамыҡ та мөмкин. - Тәрилкә йәки пакет - Тикшереү өсөн 10 орлоҡ ❗Нисек эшләргә: Бер төрлөнән 10 орлоҡ алығыҙ. Уларҙы дымлы туҡымаға теҙегеҙ, өҫтөнән тағы бер ҡат туҡыма менән ябығыҙ. Тәрилкәгә һалып, +22–25°градус йылылыҡтағы урынға ҡуйығыҙ. ✅3–7 көн үткәс (культураға ҡарап), шытып сыҡҡандарын һанағыҙ. ❗Һөҙөмтәне нисек аңларға: ✅ 8–10 орлоҡ шытһа, бик һәйбәт, ҡурҡмай сәсергә була. ✅ 5–7 орлоҡ шытһа, үҫеү һәләте уртаса, ғәҙәттәгегә ҡарағанда ҡуйыраҡ сәсергә кәрәк. ❌ 5-тән кәмерәк булһа, орлоҡтар иҫке йәки боҙолған, яңыһын алыу яҡшыраҡ. ❌ 0–2 орлоҡ сыҡһа, ташлағыҙ. Тикшергәндә шытып сығыу ваҡыты: ❗Ҡыяр, таш ҡабаҡ, ҡабаҡ — 3–4 көн ❗ Кишер, петрушка — 7–10 көн ❗Һуған — 5–6 көн ❗Мөһим: туҡыма дымлы булырға тейеш, орлоҡтар һыуҙа батмаһын, юғиһә, серей. Тағы йылылыҡ кәрәк, һалҡын тәҙрә төбөндә һөҙөмтә дөрөҫ булмай.