Алмағас сәскә атмай…
Алмағас сәскә атмай… Алма, груша алмағастары алып ултыртҡаныма биш йыл. Береһе лә сәскә атҡаны юҡ. Нимә эшләргә? Ботаҡтарын горизонталь рәүештә бөгөп ҡарағыҙ. Ергә таяҡ ҡаҙап, ботаҡтарҙы тарттырып ҡуйып та, һыулы шешә элеп ҡуйып та була. Сортына ҡарап, йәш үҫентеләр 3 – 5 йыл буйына сәскә атмаҫҡа ла мөмкин. Аҫҡы ботаҡтарын киҫмәһәгеҙ ҙә улар сәскәгә бөрөләнмәй. «Антоновка», « Малиновка», «Грушовка» сорттары йыл аша ғына уңыш бирә. Алмағасты ҡоротҡостар зарарлаһа, азотлы ашламалар менән күпләп туҡландырһағыҙ ҙа сәскә атмауы ихтимал.
3 718 просмотров