⚡️Кәбеҫтә нимәне ярата?
⚡️Кәбеҫтә нимәне ярата? Дуҫтар, кәбеҫтә ултырта башланығыҙмы әле? ✅Мин уның ҡышҡылыҡҡа тоҙларға яраҡлы сорттарынан "Мегатон", "Ринда", "Московская поздняя", "Слава", "Подарок" тигәндәрен, сәскәле һәм иртә өлгөрә торғандарын ултыртам. "Мегатон" сорты бик ныҡ йәйелеп үҫә, шуға үҫентеләрҙе 80-90 см аралыҡта ултыртам. Ҡалғандарына 50-60 см ара ла етә. ✅Соҡорҙарҙы әҙерләгәс, һәр береһенең төбөнә самалап серетмә, көл, горчица оно, кәбеҫтә өсөн махсус ашлама, суперфосфат, ваҡланған йомортҡа, һуған ҡабығы һалып сығам да уларҙы резина бирсәткә менән бутап, үҫентеләрҙе ултыртып сығам. ✅Марганцовканы һыу алһыу төҫкә ингәнсе иретеп ҡоям. Тупраҡты "Фитоспорин" иретмәһе менән дә эшкәртергә була. Кәбеҫтә һыуҙы күп "эсә". Шуға йәлләмәй ҡойорға, ашлап торорға кәрәк. ✅Үҫентеләр нығынып киткәндән һуң, һәр береһенең төбөн бәләкәй тәпке менән картуфты күмгән кеүек күмеп ҡуям. Төрлө бөжәктән баҡса магазинынан һатып алынған тәмәке онтағына 1:1 нисбәтендә иләнгән көлдө ҡушып, йыш ҡына япраҡтарына, төбөнә һибеп торам. Булһа, горчица онон да түңәрәкләтеп һибәм. ✅Аллаға шөкөр, йыл да был йәшелсәнән мул уңыш алам. Һеҙгә лә һәйбәт уңыш алырға яҙһын!