Ҡурай еләге эре булһын өсөн май айында нимә эшләргә?
Ҡурай еләге эре булһын өсөн май айында нимә эшләргә? Бының өсөн ашлама индерергә кәрәк. Әгәр яҙғыһын тейешле ашлама индерелмәһә, емештәр ваҡ булып, уңыш артыҡ ҡыуандырмаҫ. ✅Майҙа фосфор һәм калий талап ителә, тап улар ярҙамында емештәр эреләнә һәм тәмләнә. 10 литр һыуға 20 грамм суперфосфат һәм 15 грамм калий сульфаты алына. Әгәр калий сульфаты урынына тәбиғи көл һибергә уйлаһағыҙ, һәр ҡыуаҡ төбөнә яҡынса 200 грамм көл һалып, артабан һыу һибергә кәрәк. Ашлама һөҙөмтәле булһын тиһәгеҙ, бер стакан көлдө бер литр һыу менән бутап, артабан ошоға тағы 4 литр һыу өҫтәргә һәм һәр ҡыуаҡ төбөнә һибеп сығырға. ✅Июнь айында кесерткән һыуы эшләп һибегеҙ. Бының өсөн 1 килограмм кесерткәнгә 10 литр һыу ҡойоп, 7 – 10 көн ултыртып ҡуйығыҙ. Артабан төнәтмәне 1:5 литр иҫәбенә еткереп, ҡыуаҡтарға һибегеҙ.