Еләктәргә нимә һибергә🍓?
Еләктәргә нимә һибергә🍓? ✅Тәүҙә бөтә иҫке япраҡтарын, түтәлдәге сүптәрен таҙартығыҙ. Ерҙе йомшартып сығығыҙ. Ер 8–10 градусҡа тиклем йылынғас, мочевина һибергә мөмкин. 10 литр һыуға 1 шырпы ҡабы күләмендә ҡушырға. Һәр төпкә 0,5 литрлап һибергә. Ер тейешле температураға тиклем йылынмаһа, үҫемлек тамырҙары азотты үҙләштермәй. Алдан һибеүҙең файҙаһы юҡ. ✅Шулай уҡ тауыҡ тиҙәген 3–4 көн йылы һыуҙа бер аҙ әсетеп, 1:10 нисбәтендә һәр төпкә 0,5 литрлап һибергә мөмкин. ✅Нитроаммофоска ла ҡулланырға була. 10 литр һыуға 1 аш ҡалағы ҡушырға. Уның составында азот, фосфор, калий бар. Һатып алғанда составын уҡып ҡарағыҙ. Төрлө етештереүселәр төрлөсә сығара. Хатта тик азот ҡына булғаны ла осрай. ✅Профилактика өсөн 10 литр һыуға 7–10 тамсы йод тамыҙып, үҫемлектәрҙе һибеп сығырға кәрәк. Был төрлө ауырыуҙарға ҡаршы ярҙам итә. Болотло көндә һибергә кәрәк. Тәүҙә йодлы һыу менән һибегеҙ, ә 5 көндән һуң мочевина ҡулланығыҙ. ✅Мочевина һипкәндән һуң бер аҙнанан көл һыуы һибергә мөмкин. ✅Сәскә бөрөләре барлыҡҡа килгәс, 10 литр һыуға 1 аш ҡалағы нитроаммофоска һәм 1 аш ҡалағы калий тоҙо ҡушып һибеү яҡшы. ✅ Сәскә атҡанда 2 литр ҡайнар һыуға 1 стакан көл һалып, 2–3 сәғәт тоторға, һуңынан 10 литр булғансы һыу өҫтәргә һәм бер аҙ марганцовка (алһыу төҫтә булһын), 10 тамсы йод, бысаҡ осонда ғына бор кислотаһы ҡушып, һәр төпкә 1 стаканлап һибергә. ✅Артабан сөпрә әсетеп тә һибергә була. 1 пачка сөпрәне 3 литрлыҡ банкаға һалығыҙ, уға 1 стакан шәкәр өҫтәгеҙ һәм һыу тултырығыҙ. 2–3 тәүлектән һуң шул ҡатнашманан 1 стакан алып, 10 литр һыуға ҡушып, һәр төпкә 0,5 литрлап һибегеҙ. ✅Әгәр сөпрәле һыу ҡулланһағыҙ, мотлаҡ 14 көндән һуң көл һыуы һибегеҙ йәки калийлы ашлама индерегеҙ. Тик сүпрәле һыуҙы ер тулыһынса йылынғас, температура 20 градус йылы булғас ҡына һибергә кәрәк. Һәр төрлө ашламаны ҡулланыр алдынан башта ябай һыу һибеп сығығыҙ.