🌿Картуф сәсер алдынан түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ
🌿Картуф сәсер алдынан түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ Картуф ҡорто (проволочник) нимәне яратмай? Бер инә бөжәк миҙгелдә 200 йомортҡа сығара. Шуға ла тупраҡта был бөжәк бик тиҙ үрсей. 🌿 Картуф сәскәндә соҡорға һуған ҡабығы һалырға кәрәк. Бүлбеләрҙе һуған ҡабығы төнәтмәһендә тотоп алырға ла була. 🌿Горчица, борос үҫкән тупраҡта йәшелсәгә зарарлаусы ҡоротҡос булмай. 🌿 Картуф ултыртҡанда төбөнә горчица оно, әсе борос һалһағыҙ ҙа ҡорт килмәҫ. 🌿 Эзбиз – был ҡорттоң дошманы. Шуға йәшелсә сәскәндә шулай уҡ һәр төпкә эзбиз онтағын өҫтәргә мөмкин. 🌿Аҡтамырҙы һәр саҡ йолҡоп тороғоҙ. Был бөжәккә туҡланыу өсөн аҙыҡ булмаһа, ул үрсей ҙә алмаҫ. Тупраҡтың әселеген кәметеү ҙә шарт.