🧄 Һарымһаҡты ҡасан, нисек ултыртырға? — 2 октября 2026 г. в 04:48:50.773
🧄 Һарымһаҡты ҡасан, нисек ултыртырға? ✔️Һарымһаҡты һалҡындар башланғанға 35–45 көн ҡалғас ултыртыу яҡшы. Ошо ваҡыт эсендә бүлкәттәр тамыр ебәреп өлгөрөргә, әммә шытып сыҡмаҫҡа тейеш. Иртә ултыртылған һарымһаҡ шытып сығырға, ә һуң ултыртылғаны туңыуы мөмкин. ✔️Мул уңыш өсөн сифатлы орлоҡ һайлау кәрәк. Көҙ яңы йыйылған, киптерелгән һәм сирһеҙ һарымһаҡ бүлкәттәрен ултырталар. ✔️Бүлкәттәрҙе 1–2 минут самаһы тоҙло һыуҙа (5 литр һыуға 3 аш ҡалағы тоҙ) тоталар. Артабан 10 литр һыуға 1 аш ҡалағы баҡыр купоросы иҫәбенән әҙерләнгән иретмәлә 1 минут самаһы тотоп алалар. Шунан бүлкәттәрҙе шунда уҡ түтәлгә ултырталар. ✔️ Ике-өс аҙна үткәс, түтәл өҫтөнә тиреҫ йәки торф һалып сығырға мөмкин. Был үҫемлектәрҙе ҡышҡы һыуыҡтан һаҡларға ярҙам итә.